Размер:

Цвет:

Изображения:

Новости

Мобиль социаль бөҙрәхана” проектын тормошҡа ашырыу

4 сентября 2020 “Мобиль социаль бөҙрәхана” проектын тормошҡа ашырыу

1 сентябрҙә Рәсәй Федерацияһы Президенты В.В.Путин грантына лайыҡ булған “Мобиль социаль бөҙрәхана” проекты тормошҡа ашырыла башланы.
Проектҡа бүленгән аҡсаға бөҙрәхана эшмәкәрлеге өсөн кәрәкле ике кейс һатып алынған.
Мобиль социаль бөҙрәхана оло йәштәгеләр, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар, аҙ тәьмин ителгән хаҡлы ялдағылар, ветерандар, шулай уҡ социаль хеҙмәттәр менән ҡулланыусы барлыҡ граждандар өсөн тәғәйенләнгән. Сәс ҡырҡыусылар үрҙә һынап үткән ҡатламға ҡараусыларҙың өйҙәренә йөрөп
бушлай хеҙмәт күрһәтә. Бындай сара ярҙамға мохтаждарҙың йәшәү сифатын күтәрә, психологик һәм физик сәләмәтлектәре торошона ыңғай йоғонто яһай.
Проект сиктәрендә парикмахер дипломы булған ике кешегә эш урыны
булдырылған. Социаль йүнәлештә эшләүсе белгестәр квалификацияларын күтәреү маҡсатында Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжының “Перспектива” уҡыу үҙәгендә ҡыҫҡа сроклы курс үткән. Улар шулай уҡ мобиль булмаған граждандар менән эшмәкәрлек алып барыу тәртибе менән танышҡан.
Бөҙрәхана хеҙмәте менән ҡулланырға теләүселәр түбәндәге телефондарға шылтыратып заявка ҡалдара ала:
8-347-286-51-07 Өфө ҡалаһының “Изгелек” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге, 8-37475-2-25-07 “Изгелек” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенең Сибайҙағы айырымланған бүлеге.



Возврат к списку