Новости

«Ярҙамға «Социаль бала ҡараусы» бар»

Ғәмәлгә ингән проект 3 йәшкә тиклемге сабыйҙары һәм 18 йәшкә тиклемге мөмкинлеге сикләнгән  балаһы булған мохтаждар өсөн эшләй. Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә социаль бала ҡараусылар хеҙмәтте бушлай ҙа күрһәтә. Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы проектын уңышлы һәм һөҙөмтәле ҡулланған Ниғмәтйәновтар ғаиләһендә беҙҙең ижади төркөм дә булды.  

«Өфөлә Дөйөм Рәсәй профсоюз хеҙмәткәрҙәренең семинар-кәңәшмәһе бара»


Дәүләт учреждениеларында һәм йәмәғәт хеҙмәтләндереүе өлкәһендә социаль-иҡтисади йүнәлеш буйынса эшләүселәр өсөн өс көн дауамында төрлө темаларға лекциялар, түңәрәк өҫтәлдәр уҙғарыу ҡаралған. Коллектив һөйләшеүҙәр алып барыу, бәхәсле хәлдәр менән идара итеү, етәксенең имиджын булдырыуға бәйле тренингтар үткәреләсәк. Ил кимәлендә уҙғарылған күләмле мәғариф сараһының Башҡортостанда ойошторолоуы осраҡлы түгел, социаль партнерлыҡ буйынса төбәктә юғары күрһәткестәргә ирешелгән.  

Все новости

Связаться с нами

Телефон горячей линии +7 (347) 286 51 94     
E-mail anoizgelek@mail.ru
Вконтакте Мы вконтакте

anoizgelek_03.jpg